Яуымбайҙар һайлауҙа бөтә ғаиләләре менән әүҙем ҡатнаша
Яуымбайҙар һайлауҙа бөтә ғаиләләре менән әүҙем ҡатнаша Бөрйән районы һайлау участкаларында Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһына депутаттар һайлау дәррәү бара. Яуымбай ауылы халҡының күбеһе бөгөн ғаиләләре менән килде. Улар араһында алдағы йылда 80 йәштәрен билдәләйәсәк Зәйтүнә Әхтәм ҡыҙы менән Сәит Юныс улы Аҫылбаевтар ҙа бар. Шулай уҡ Рәмилә һәм Ирәмән Шәриповтар, Кристина һәм Рәмил Ҡарасуриндар, Роза һәм Азат Назаровтар, Гөлназ һәм Фаяз Гизәтуллиндар, Нәсимә һәм Альфред Валитовтар, Альбина һәм Фәһим Хәйбуллиндар, Нәзилә һәм Ғизметдин Ғөбәйҙуллиндар ғаиләләре һәм башҡалар берҙәм генә килеп үҙҙәренең гражданлыҡ бурыстарын үтәп ҡайттылар. Афариндар, яуымбайҙар!!! #ЕДГ2026