Районыбыҙҙың иң оло гражданы, 101 йәшлек Оренбуркина Александра Андреевна төрлө кимәлдә...
Районыбыҙҙың иң оло гражданы, 101 йәшлек Оренбуркина Александра Андреевна төрлө кимәлдәге һайлауҙарҙа ихлас ҡатнашып килә. Бөгөн дә республика, район өсөн мөһим ваҡиғанан ситтә ҡалманы. Һайлаусыларҙың өйҙә тауыш биреү хоҡуғы менән файҙаланып, үҙе лайыҡлы тип иҫәпләгән кандидаттарға тауыш бирҙе. Һәр яҡлап барыбыҙға ла үрнәк булып торған Александра Андреевнаға артабан да ҡаҡшамаҫ һаулыҡ, рух ныҡлығы, балалар ҡыуанысы теләйем.