Бөгөн бөтә районға һәм республикаға билдәле булған, Брәтәк ауылында йәшәүсе, "Өлгөлө ба...
Бөгөн бөтә районға һәм республикаға билдәле булған, Брәтәк ауылында йәшәүсе, "Өлгөлө башҡорт ғаиләһе-2026" конкурсы еңеүселәре,11 балалы Фәхрийәновтар ғаиләһе һайлауға килеп гражданлыҡ бурысын үтәнеләр. Ғаилә башлығы - Ишкелде Ғилфан улы, ҡатыны - Эльвира Тимерйән ҡыҙы һәм өс ҡыҙы - Айзилә,Дилә,Әлиә. Бөгөн Әлиә исемле ҡыҙҙары тәү тапҡыр һайлауға килде. Һайлау мәлендә "Уңыш - 2026" йәрминкәһе ойошторолдо. Фәхрийәновтар ғаиләһе берҙәм һәм егәрле икәнлектәрен дәлилләп, ошо йәрминкәгә лә бик ихлас әҙерләнеп килгәндәр. Матур, татыу,тырыш,уңған ғаиләләр күп булһын!