Хөрмәтле оло быуын вәкилдәре!
Хөрмәтле оло быуын вәкилдәре! Һеҙҙе иң йылы, матур байрамдарҙың береһе – Халыҡ-ара ололар көнө менән ысын күңелдән ҡотлайым! Байрам уңайынан һеҙгә бай һөнәри һәм тормош тәжрибәгеҙ, тыуған еребеҙ, илебеҙ файҙаһына башҡарған эштәрегеҙ өсөн тәрән ихтирамымды еткерәм. Бөгөн дә райондың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан оло быуын вәкилдәренә илһөйәрлек, әүҙем гражданлыҡ позицияһы, һүнмәҫ дәрттәре өсөн рәхмәтемде белдерәм. Һеҙҙең намыҫлы хеҙмәт юлы — йәштәр өсөн өлгө, йәмғиәт өсөн таяныс. Һеҙҙең тәжрибәле кәңәштәрегеҙ ҙә беҙҙең өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Хөрмәтле оло быуын вәкилдәре! Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, күңел тыныслығы, яҡындарығыҙҙың иғтибарына һәм һөйөүенә төрөнөп, бәхетле ғүмер кисереүегеҙҙе теләйем! Тормошоғоҙ тулы булһын, һәр көн тик яҡшы кәйеф, ҡыуаныс килтерһен!