Мобилизация кеше резервы - запаста тороусы граждандарҙың бер өлөшө. Рәсәйҙә был система...
Мобилизация кеше резервы - запаста тороусы граждандарҙың бер өлөшө. Рәсәйҙә был система ике төп маҡсаттан сығып төҙөлгән. Беренсенән, өйрәтелгән резервистар әҙерләү. Улар ҡатмарлы ваҡытта ил һағына баҫырға һәр ваҡыт әҙер. Улар “запаста” ятыусылар түгел, ә даими рәүештә хәрби йыйындарҙа күнекмәләр үткән, заманса ҡорал менән эш итергә өйрәнгән, үҙҙәрен физик формала тотҡан белгестәр. Икенсенән, ресурстар экономиялана. Эшләп йөрөгән граждандар тыныс тормоштағы эштәрен хәрби әҙерлек менән берләштереп, илгә файҙа килтерә. Ә ил, үҙ сиратында, уларҙы социаль гарантиялар менән тәьмин итә. Резервта булыу махсус хәрби операция зонаһына ебәреү хәүефе менән бәйле түгел. Килешеү хеҙмәткә яраҡлылығы буйынса А, Б, В категорияһына эйә булған Рәсәй граждандары менән төҙөлә. Енәйәт яуаплылығына тарттырылған, наркологик иҫәптә торған йәки суд ҡарары булғандар резервҡа инә алмай. Бөрйән ир-егеттәре был изге бурыстан ситтә ҡалмай. Тимерҙән Илнур Баймырҙин, Илдус Әхмәтшин, Иҫке Монасиптан Маргиз Юлдашев, Кейекбайҙан Ансар Әминев, Ағиҙел ҡасабаһынан Фәйзән Ҡарағолов, Иҫке Собханғолдан Дамир Фәйзуллин кеүек егеттәр йыйындарҙа һынатмай. Улар араһында Иҫке Собханғолдан Рифат Ырыҫбаевтың яҙмышы иғтибарға лайыҡ. 20 йыл Рәсәй Эске эштәр министрлығының Бөрйән районы буйынса бүлексәһендә хеҙмәт итеп, майор званиеһында хаҡлы ялға сыҡҡан, хәҙер район хакимиәтендә хоҡуҡ менән тәьмин итеү секторы мөдире булып эшләгән кеше ниңә яңынан ҡоралға тотонған? “Йәш үтеү менән йөрәктә илһөйәрлек тойғоһо һүрелмәй, киреһенсә, тәрәнерәк аңлай башлайһың. Тыныс тормошта йәшәүебеҙ - ошо һалдаттарҙың хеҙмәте. Мин ситтә ҡала алманым. Был – минең бурыс, тыуған илгә шулайтып булһа ла ярҙам итәйем тинем”, - тип аңлатты ул ҡарарын. -Мобилизация резервында торорға ҡарар итеп, 2025 йылдың сентябрендә 3 йылға контракт төҙөнөм. Әлкә ҡасабаһында йыйылғандан һуң, Ырымбур өлкәһенең Тоцк ҡасабаһындағы хәрби частә ике аҙна (быйыл 24 көн) дауамында күнекмәләр үттек. Беҙ тәүгеләр иҫәбендә инек, 90 кеше булдыҡ. Йыйындарға йылына ике айҙан ярты йылға тиклем саҡырырға мөмкиндәр. Ҡайһы бер егеттәр 2 айлап 3 тапҡыр барып та ҡайттылар. Үҙем былтыр ноябрь-декабрь айҙарында, быйыл август-сентябрь айҙарында барып ҡайттым. Күнекмәләр етди: нигеҙҙә, атыу, тактик медицина, ҡоралдарҙың, мәҫәлән, автомат, пулеметтың тактик һәм техник характеристикаһын өйрәнеү, һауа һөжүмдәрен кире ҡағыу буйынса әҙерлек үтәбеҙ. Күнекмәләрҙән һуң иһә резервистарға илдең именлеген һаҡлау бурысы йөкмәтелә, йәғни Башҡортостан территорияһында ниндәй ҙә булһа объектты һаҡларға ебәрәләр. Минең осраҡта критик инфраструктураны БПЛА-нан һаҡлау өсөн ике тапҡыр Салауат ҡалаһында урынлашҡан заводтарҙың береһен һаҡлау бурысы йөкмәтелде. “Бында һин - етәксе лә, хакимиәт хеҙмәткәре лә түгел. Һин - һаҡсы. Был тойғо үҙенә күрә бер һынау ҙа, ғорурлыҡ та”, - ти кәрәк саҡта һаҡҡа баҫырға әҙер булған мобилизация резервы һалдаты. Рифат Рәфҡәт улы унда хәрби ефрейтор званиеһында водитель-уҡсы булып хеҙмәт итә. «Яҡынса 70-тән ашыу кеше булдыҡ. Йәшәү һәм эшләү өсөн барлыҡ шарттар булдырылған», - ти ул. Райондашыбыҙ хеҙмәт иткән мәлдә сәнәғәт зонаһына дошман БПЛА-ларының ҙур һөжүме кире ҡағыла. 16 пилотһыҙ осоу аппараттарының 15-е атып төшөрөлә. Берәүһе территорияға төшкән, зыян күреүселәр булмаған. Йыйындарға, күнекмәләргә киткән ваҡытта эш урыны ла, эш хаҡы ла тулыһынса һаҡлана. Унан тыш, резервистар өсөн званиеларына ҡарап, өҫтәмә эш хаҡы түләнә. Шулай уҡ йыйындар ваҡытында республика бюджетынан айына 60 мең күләмендә түләү ҡаралған. Резервҡа тороу өсөн йәшәү урыны буйынса ауыл хакимиәтенең хәрби-иҫәп хеҙмәткәренә йәки хәрби комиссариатҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. «Таң» гәзите - Бөрйән районы яңылыҡтары