Перейти к содержимому
Максиметер

Башҡортостан Башлығы ҡулынан паспорт алған уҡыусылар тураһында:

Башҡортостан Башлығы ҡулынан паспорт алған уҡыусылар тураһында:   Баландина Софья – Беренселәр Хәрәкәте әүҙемсеһе, башланғыс бүлексәләрҙең федераль конкурсында, шулай уҡ “Вызов Первых”, “Зарница 2.0”, “Балалыҡ һәм йәшлек фестивале” проекттарында ҡатнашҡан. Йөҙөү буйынса беренселектә 1-се һәм 2-се урындар алғаны өсөн дипломдары, волейбол буйынса ҡала ярышында 2-се урын өсөн дипломы бар.   Хафизов Искәндәр – Беренселәр Хәрәкәте әүҙемсеһе, халыҡ-ара һәм Бөтә Рәсәй конкурстарын ҡатнашыусыһы, төрлө дәрәжә лауреатлыҡҡа өлгәшкән. 4-се музыка мәктәбендә баян класында уҡый, Еңеү көнөнә арналған концерттарҙа ҡатнаша.   Идрисов Асҡар – Беренселәр Хәрәкәте әүҙемсеһе, мәктәптең “Импульс” ирекмәндәр отряды ҡатнашыусыһы, мәктәптең бөтә саралары, акциялары, конкурстары – “Еңеү тәҙрәләре”, биләмәне йыйыштырыу буйынса ирекмәндәр отряды, “Беҙ хәтерләйбеҙ” –  ҡатнашыусыһы. Район, зона, төбәк спорт ярыштары ҡатнашыусыһы. “Ҡурай – Чемпиондар йорто” проекты сиктәрендә үткән Урал аръяғы һуғыш оҫталыҡтары фестивалендә 1-се урын һәм “Дала арыҫландары”  кикбоксинг турнирында 3-сө урын алған.   Пастухов Глеб – Беренселәр Хәрәкәте әүҙемсеһе. Байҡыбаш мәктәбе командаһы составында Өфөнөң Социаль, мәҙәни һәм иҡтисади үҫеш фонды тормошҡа ашырған “Изге эштәрҙең дүрт миҙгеле” проектында ҡатнашҡан. “Беренселәр ғаиләһе”нең Ҙур ғаилә уйындары” республика конкурсы мәктәп этабының еңеүсеһе.   Фото: Олег Яровиков / Башинформ. https://amanat.su/news/novosti/2026-06-12/bash-ortostan-bashly-y-balalar-a-pasport-tapshyr-y-4718497

20 просмотров

Канал в каталоге Максиметера

183 подписчиков · Лайфстайл

Другие публикации канала

Популярные публикации канала

Ещё по теме «Лайфстайл»

Читать дальше

Два раза в неделю свежие посты этого канала — на почту и в личную ленту. Без повторного поиска канала вручную.