Перейти к содержимому
Максиметер

Дуҫтар! Бөтә Рәсәй ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу ун көнлөгө дауам итә. “Рәсәй Почтаһы” баҫм...

Дуҫтар! Бөтә Рәсәй ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу ун көнлөгө дауам итә. “Рәсәй Почтаһы” баҫмаларға ташламалы яҙылыу мөҙҙәтен 16 июнгә тиклем оҙайтты. “Аманат”ҡа 2026 йылдың икенсе яртыһына арзаныраҡ хаҡҡа яҙылып ҡалығыҙ.   Подписка квитанцияһы менән беҙҙең отоштарҙа ҡатнашырға була.   Республика Башкортостан” нәшриәте баҫмаларына (кәм тигәндә ике атамаға)  яҙылыу ул үткәргән “Матбуғатҡа яҙыл да бүләк от” тигән отошта ҡатнашыу хоҡуғын бирә.   Һәр ваҡыттағыса, “Аманат” журналы редакцияһы ла үҙенең отошло уйынын үткәрә. Отош ярты йыллыҡҡа яҙылыу тамамланғас уйнатыла.   Бының өсөн квитанцияның йә чектың фотоһын беҙҙең электрон почтағаamanat@yandex.ru йә ВК-лағы төркөмөбөҙҙөң чатына (https://vk.com/amanatrb ) ебәрегеҙ.   Рәсәй почтаһы аша күсермәһен конверт менән (450079, г. Уфа, ул. 50-летия Октября, 13, 7 этаж) һалып ебәрһәгеҙ ҙә була. Отошта еңеүсене велосипед көтә, башҡа приздар ҙа бар.   Шулай уҡ “Бөтөн синыф менән “Аманат”ҡа!”, “Бөтөн мәктәп менән “Аманат”ҡа!” акциялары ла дауам итә. Тотош мәктәп менән журналыбыҙға яҙылған осраҡта ул мәктәпкә “Аманат”тың стена сәғәте тапшырыласаҡ һәм мәктәп хаҡында журналда мәҡәлә баҫыласаҡ.   Тотош синыф менән яҙылған осраҡта синыфҡа – етәксеһенең исем-шәрифе яҙылған Маҡтау билдәһе, етәксеһенә “Рәхмәт кәлимәһе” ебәреләсәк. Был грамоталар уҡытыусыларға категорияны күтәреүҙә иҫәпкә алына.

54 просмотров

Канал в каталоге Максиметера

184 подписчиков · Лайфстайл

Другие публикации канала

Популярные публикации канала

Ещё по теме «Лайфстайл»

Читать дальше

Два раза в неделю свежие посты этого канала — на почту и в личную ленту. Без повторного поиска канала вручную.