Перейти к содержимому
Максиметер

Йәйге каникулда эшләргә теләүселәргә

Йәйге каникулда эшләргә теләүселәргә   Эшкә рәсми урынлашмай ғына эшләп йөрөһәң, нимә була?   Күп кенә үҫмерҙәр  рәсми урынлашмайынса эшләргә ризалаша. Был намыҫһыҙ эш биреүселәр өсөн бик ҡулай. Эшләгән аҡсаңды бөтөнләй түләмәүҙәре  ихтимал.   Легаль булмаған мәшғүллек осрағында бурысты тик суд аша ғына раҫларға мөмкин: башта эш биреүсе менән хеҙмәт мөнәсәбәттәре булғаны иҫбат ителә, шунан һуң ғына унан үҫмергә бурыс түләтелә.   Тик баланың каникул осорондағы ғына ваҡытлы мәшғүллеге тураһында һүҙ барғанда ғәҙәттә ата-әсәләр суд мәшәҡәттәре менән бәйләнергә теләмәй.   Шулай итеп, эшкә урынлашыуҙы рәсмиләштермәй эшләһәң, тейешле аҡсаңды ала алмауың ихтимал.   Эшкә ингәндә “әҙерәк стаж үтергә” кәрәк, ә рәсмиләштереү шунан һуң булыр, тип әйтеүҙәре лә һағайтырға тейеш. Хеҙмәт кодексында “эшкә инерҙән элек стаж үтеү” тигән төшөнсә юҡ.   ФОТО:  magnific

57 просмотров

Канал в каталоге Максиметера

184 подписчиков · Лайфстайл

Другие публикации канала

Популярные публикации канала

Ещё по теме «Лайфстайл»

Читать дальше

Два раза в неделю свежие посты этого канала — на почту и в личную ленту. Без повторного поиска канала вручную.