Башҡортостандан ике уҡыусының Арктикаға экспедицияға эләгеү ихтималлығы тураһында яҙғай... — 25 июня 2026 г. в 08:48:43.763
Башҡортостандан ике уҡыусының Арктикаға экспедицияға эләгеү ихтималлығы тураһында яҙғайныҡ инде. Беҙҙекеләр, Мәҙинә Мусина менән Илшат Зәйнетдинов, “Белем боҙватҡысы” экспедицияһының ярым финалын үтеп, финалға сыҡты, тигәйнек. Ниһайәт, Мәскәүҙә “Росатом” корпорацияһы үткәргән сараның финалы үтте. Финал ярыштарында 27 кеше еңеүсе булған. Араларында Мәҙинә менән Илшат та бар! Мәҙинә Мусина – Өфөнөң 158-се башҡорт гимназияһы, ә Илшат Зәйнетдинов – Кушнаренко ауылының 1-се мәктәбе уҡыусыһы. Мәҙинә “Ижадсы” (буласаҡ инженерҙар өсөн), ә Илшат “Оҫта” (эшсе һөнәрен һайлаясаҡ балалар өсөн) трегында ҡатнашҡан. Финал “фәнни спарринг” рәүешендә үткән. Ҡатнашыусылар өсәр кешеле командаларға бүленгән һәм фәнни-технологик темаларға дебаттарҙа бер-береһенә ҡапма-ҡаршы торған ҡараштарҙы яҡлаған. Квант хисаплауҙарынан башлап Арктиканы үҙләштереүгә тиклем төрлө темалар тәҡдим ителгән уларға. Фото: Башинформ өсөн махсус / “Фән һәм технологиялар ун йыллығы” китапханаһы

