Бөгөн, 25 июндә, сәғәт 11-ҙән Фольклориада ҡала парктарында бара. “Тулҡын”, “Дим”, “Бер... — 25 июня 2026 г. в 07:49:54.334
Бөгөн, 25 июндә, сәғәт 11-ҙән Фольклориада ҡала парктарында бара. “Тулҡын”, “Дим”, “Беренсе Май” һәм Иван Якутов исемендәге парктар төрлө милләт балаларының сығыштарынан гөрләп тора. Фестиваль программаһы парктарҙа 17 сәғәткә тиклем дауам итә. Уларҙа концерт ҡына түгел, оҫталыҡ дәрестәре, халыҡ уйындары ла ойошторола. 18 сәғәттә Совет майҙанында Бөтә Рәсәй Балалар фольклориадаһында ҡатнашыусыларҙың концерты була. Бер кистә 40-лап милләт вәкиленең йыр-бейеүен күрербеҙ. Кис 21–22 сәғәттә –“Ай Йола” концерты! Совет майҙанында донъяға танылған төркөмөбөҙ сығыш яһай. Фестиваль һеҙҙе көтә, дуҫтар! III Бөтә Рәсәй Балалар фольклориадаһында ҡатнашыусылар бер-береһен үҙ телендә сәләмләй – видеояҙманы ҡарағыҙ. Сығанаҡ: III Бөтә Рәсәй Балалар фольклориадаһының матбуғат үҙәге. #ВсероссийскаяДетскаяФольклориада2026 #ДетскаяФольклориадаБашкортостан #КультурноеНаследие #Этнокультура

