24 июндә Өфөнөң Совет майҙанында III Бөтә Рәсәй Балалар фольклориадаһын асыу тантанаһы... — 24 июня 2026 г. в 18:03:02.181
24 июндә Өфөнөң Совет майҙанында III Бөтә Рәсәй Балалар фольклориадаһын асыу тантанаһында беренсе тапҡыр фестивалдең гимны яңғыраны. Уны Өфө ҡалаһы балалар сәнғәт мәктәптәренең 200 уҡыусыһынан торған йыйылма хор башҡарҙы. Гимндың көйөн БР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Ришат Сәғитов, һүҙҙәрен БР-ҙың халыҡ артисткаһы, шағирә Ольга Мусина яҙған. Видео: Зилә Ғәлләмова. #ВсероссийскаяДетскаяФольклориада2026 #ДетскаяФольклориадаБашкортостан #КультурноеНаследие #Этнокультура

