III Бөтә Рәсәй Балалар фольклориадаһын асыу тантанаһында абруйлы ҡунаҡтар ҡатнашты һәм... — 24 июня 2026 г. в 17:49:08.825
III Бөтә Рәсәй Балалар фольклориадаһын асыу тантанаһында абруйлы ҡунаҡтар ҡатнашты һәм сығыш яһаны. Рәсәй Президенты Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Магомедсалам Магомедов Президент В.В. Путиндың ҡотлау сәләмен уҡып ишеттерҙе. Сәләмләү һүҙҙәре менән Рәсәй мәҙәниәт министры Ольга Любимова сығыш яһаны. Ул Фольклориаданы балалар һәм йәштәр фольклор хәрәкәтенә яңы үҫеш векторҙары биреүсе тип баһаланы. Рәсәй Федераль Йыйылышы Федерация Советының комитет рәйесе Лилиә Ғүмәрова Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенконың йылы ҡотлауын һәм матур теләктәрен уҡып ишеттерҙе. Ҡыуаныс өҫтөнә ҡыуаныс тигәндәй, Лилиә Ғүмәрова “Роспатент”тың башҡорт халҡының милли кейемдәрен патентлауы тураһында хәбәр итте. Хәҙер башҡорт аты, башҡорт ҡурайы, башҡорт шәле, башҡорт балы кеүек үк башҡорт милли кейеме лә һаҡлау грамотаһын алды. Сенатор таныҡлыҡты Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаровҡа тапшырҙы. Таныҡлыҡты ҡабул итеп алғас, Андрей Назаров III Бөтә Рәсәй Балалар фольклориадаһын рәсми асыу тураһында телмәр менән сығыш яһаны. Ул форумды Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса асыуы тураһында хәбәр итте. Премьер ошондай ҙур байрамды үткәреүҙе беҙҙең республикаға ышанып тапшырғандары өсөн рәхмәт белдерҙе. Тамырҙарыбыҙ беҙҙе көслөрәк итә, тине ул, һәр ҡатнашыусыға уңыштар теләп, һәм сараны асыҡ тип иғлан итте. Был көндө тамашасылар алдында 19 төбәктең вәкилдәре сығыш яһаны. Адыгея, Дағстан, Ҡарасәй-Черкес республикалары, Карелия, Марий Иле, Удмуртия, Тыва, Ханты-Манси автономиялы округы, Амур өлкәһе, Забайкалье, Камчатка, Пермь крайҙары, Мәскәү, Башҡортостан коллективтары һәм солистары үҙ программаларын күрһәтте. Фольклориаданы асыу тантанаһы Рәсәйҙең атҡаҙанған артисткаһы Марина Девятованың сығышы менән тамамланды. Фото: Эдуард Зарипов һәм Рәмил Нафиҡов. Сығанаҡ: III Бөтә Рәсәй Балалар фольклориадаһының матбуғат үҙәге. #ВсероссийскаяДетскаяФольклориада2026 #ДетскаяФольклориадаБашкортостан #КультурноеНаследие #Этнокультура

