Башҡортостан премьер-министры Андрей Назаров тай боксы буйынса донъя чемпионы Зарина Ис... — 6 августа 2026 г. в 08:21:56.293
Башҡортостан премьер-министры Андрей Назаров тай боксы буйынса донъя чемпионы Зарина Исламова һәм уның тренеры Александр Гаврилов менән осрашҡан. Хөкүмәт етәксеһе был турала үҙенең МАКС каналында яҙа. “Заринаның өлгәшелгәндәрҙә туҡталып ҡалмауы ҡыуандыра – ул классик бокста көсөн һынап ҡарамаҡсы. Башҡортостан Бокс федерацияһы рәйесе булараҡ, мин тулыһынса хуплайым, булышлыҡ күрһәтербеҙ”, – тигән Андрей Назаров. Спортсының донъя ярыштарында башҡорт милли кейеменән өләсәһенең күкрәксәһе һәм тире бүрек кейеп сығыуын Назаров бик оҡшатҡан. “Тыуған яҡ менән бәйләнеше һиҙелә, ата-бабалар көсөн ала. Беҙҙең спортсыларҙың еңеүе һәм республика мәҙәниәтен бөтә донъяға күрһәтеүе – был бик ҡиммәтле нәмә”, – тигән премьер-министр. Зарина ла, Андрей Назаров та – Сибайҙан, яҡташтар. Шуға осрашыу бигерәк тә йылы үткән. “Алға! Мы поддержим!” – ти Хөкүмәт башлығы. Фото: Андрей Назаров / МАКС-тағы рәсми канал / Башинформ.

