Беҙҙекеләрҙе хор коллективтарының һәм вокаль ансамблдәрҙең Юрий Фалик исемендәге XXII ... — 6 августа 2026 г. в 08:05:27.663
Беҙҙекеләрҙе хор коллективтарының һәм вокаль ансамблдәрҙең Юрий Фалик исемендәге XXII Халыҡ-ара конкурсында беренсе дәрәжә лауреат иткәндәр. Унан тыш, хор составындағы “Радас” ансамбле “Вокаль ансамбль” номинацияһында шулай уҡ беренсе дәрәжә лауреат булған. Хор “Петербург композиторы әҫәрен иң яҡшы башҡарған өсөн” махсус дипломы менән дә наградланған. Концертмейстер Камила Зеленина “Иң яҡшы концертмейстер” тип табылған. Башҡорт дәүләт опера һәм балет академия театрында малайҙар һәм үҫмерҙәр хоры 2023 йылда ойошторолған. Уға Клим Калитов етәкселек итә. Тулыраҡ: https://amanat.su/news/novosti/2026-08-06/f-n-n-malay-ar-hory-falik-isemend-ge-haly-ara-konkursta-t-p-nagradany-al-an-4774075 Фото: Клим Калитов / Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының матбуғат хеҙмәте / Башинформ

