Өфөлә “Рәсәй студент һәм мәктәп яҙы” фестиваленең федераль этаптары еңеүселәре һәм приз... — 3 сентября 2026 г. в 08:42:40.981
Өфөлә “Рәсәй студент һәм мәктәп яҙы” фестиваленең федераль этаптары еңеүселәре һәм призерҙарының Башҡортостан йәштәр министры Вито Сабиров менән осрашыуы “Фатирник”та үтте. Уҡыусылар фестивалдә тиҫтәләгән еңеү менән ҡыуандырған. Ҡалтасы районынан Иван Петраев вокалда беренсе, инструменталь йүнәлештә махсус призлы булған. Салауат ҡалаһынан Анастасия Бартенева инструменталь йүнәлештә беренселекте яулаған. Бейеүҙә Өфөнән ROBOBANDA ике номинацияла еңгән. Туймазы районынан “Элегия” икенсе урынды алған. Театр йүнәлешендә Октябрьскийҙан Тимур Ғилманов өсөнсө урында, ә шул уҡ ҡаланан “Щелкунчик” өлгөлө театры фестивалдең махсус призы менән билдәләнгән. Медиала Өфөнән Мирон Кирин һәм “В поисках себя” төбәк программаһы махсус приз менән ҡайтҡандар. Тулыраҡ: https://amanat.su/news/novosti/2026-09-03/student-m-m-kt-p-ya-y-e-e-sel-re-men-n-osrashyu-buldy-4801370 🔷 “Аманат” – MAКС-та max.ru/amanatrb

