3 сентябрь – Хәрби дан көнө, милитаристик Японияны еңеү һәм Икенсе Бөтә донъя һуғышының... — 3 сентября 2026 г. в 08:14:15.157
3 сентябрь – Хәрби дан көнө, милитаристик Японияны еңеү һәм Икенсе Бөтә донъя һуғышының тамамланыу көнө. Алыҫ Көнсығыштағы еңеү бик ҡиммәткә төшә. Маньчжурия стратегик операцияһы барышында миллион һалдатлы Квантун армияһына ҡаршы һуғышҡан совет ғәскәрҙәре Маньчжоу-Го тигән марионетка дәүләтте азат итә. Был дәүләтте Японияның хәрби хөкүмәте оккупацияланған Ҡытай Маньчжурияһында ойошторған була. 1945 йылдың йәйендә совет ғәскәрҙәре 36 мең һалдатын һәм офицерын юғалта. 6 августа АҠШ-тың Хиросима менән Нагасакиға атом бомбаһы ташлауы ла Японияны бирелергә мәжбүр итә алмай. Уны тик Совет Армияһы ғына еңә ала. Алыҫ Көнсығыштағы һуғыштарҙа Башҡортостандан фронтҡа киткән яугирҙар ҙа ҡатнаша, батырлыҡтар ҡыла. Тулыраҡ – сайтта: https://amanat.su/news/novosti/2026-09-03/3-sentyabr-yapon-militaristaryn-e-g-n-k-n-4801343 🔷“Аманат” – MAКС-та max.ru/amanatrb

