Перейти к содержимому
Максиметер

6–9 сентябрҙә Стәрлебаш районында, «Авангард» лагерында, «Тел мөхите» йәштәр төбәк фору...

6–9 сентябрҙә Стәрлебаш районында, «Авангард» лагерында, «Тел мөхите» йәштәр төбәк форумы үтә. Форумда республиканың төрлө төбәгенән 14–18 йәшлек 100 уҡыусы ҡатнаша.   Форумдың төп идеяһы — башҡорт телен үҫмерҙәрҙең көндәлек тормошоноң тәбиғи өлөшөнә әүерелдергән мөхит булдырыу. Дүрт көн дауамында ҡатнашыусылар башҡорт телендә аралаша, бергәләп проекттар эшләй һәм төрлө сараларҙа ҡатнаша ала.   Форум программаһында:   - һөйләү телмәрен һәм йәмәғәт алдында сығыш яһау күнекмәләрен үҫтереү буйынса ағартыу дәрестәре, - лидерлыҡ һәм команда менән эшләү буйынса тренингтар, - ижади лабораториялар, - медиа йүнәлештәре, блогинг, интерактив форматтар, - интеллектуаль уйындар, - дискуссиялар.   Форумдың үҙенсәлеге — тулыһынса башҡорт мөхитендә йәшәү форматы. Башҡортостандың төрлө район һәм ҡалаларынан килгән үҫмерҙәр башҡорт телен айырым уҡыу предметы булараҡ түгел, ә аралашыуҙың төп ҡоралы итеп ҡулланасаҡ.   Тулыраҡ – сайтыбыҙҙа: https://amanat.su/news/novosti/2026-09-03/bash-ortostanda-tel-m-hite-y-sht-r-t-b-k-forumy-t-4801312   🔷“Аманат” – MAКС-та  max.ru/amanatrb

44 просмотров

Канал в каталоге Максиметера

183 подписчиков · Лайфстайл

Другие публикации канала

Популярные публикации канала

Ещё по теме «Лайфстайл»

Читать дальше

Два раза в неделю свежие посты этого канала — на почту и в личную ленту. Без повторного поиска канала вручную.