Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһының 1-се синыф уҡыусылары Ғ. Ибраһим...
Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһының 1-се синыф уҡыусылары Ғ. Ибраһимов исемендәге район үҙәк китапханаһында ҡунаҡта булды. Был ябай экскурсия ғына түгел, ә китап иленә ысын сәйәхәт! 📚Китапхана хеҙмәткәрҙәре — балалар бүлегенең баш китапханасыһы Регина Ивановна Фёдорова менән мөдире Гөлназ Зәкиулла ҡыҙы Абдуллина — беҙҙең уҡыусыларға ремонттан һуң яңыртылған китапхана буйлап онотолмаҫлыҡ экскурсия үткәрҙе. Китапхана хәҙер ысынлап та яңы быуын китапханаһы! 🔸Ишек төбөндә үк күңелле интерактив физминутка башҡарҙыҡ. 🔸Залдар буйлап йөрөнөк һәм иң сағыу китаптарҙы ҡараныҡ. 🔸Уйнаныҡ һәм йомаҡтар систек. 🔸«Беҙ һайлаған маршруттар» тигән сәйәхәт-дәрестә булдыҡ. 📚Беҙҙең беренселәр ысын белгестәр булып сыҡты — зирәклек, аҡыллылыҡ һәм ҙур ҡыҙыҡһыныусанлыҡ күрһәтте! Балаларға бик оҡшаны! Сәфәребеҙ бик шәп үтте! 📚Ата-әсәләргә балаларҙы оҙатышып йөрөгәндәре өсөн ҙур рәхмәт, сөнки был беҙҙең беренсе ҙур экскурсия. Розалиә ЙӘЛИЛОВА, Ауырғазы районы Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһының башланғыс синыфтар уҡытыусыһы. https://amanat.su/news/novosti/2026-09-27/talbazy-gimnaziya-yny-1-se-sinyfy-kitap-ilen-s-y-h-tt-4827676