ХАТ-ХӘБӘР
ХАТ-ХӘБӘР “Йәшел Башҡортостан”да ҡатнаштыҡ Беҙ, 11-се синыф уҡыусылары, район башлығы менән «Йәшел Башҡортостан» акцияһына ҡушылдыҡ, ағастар ултырттыҡ. Шунан һуң беҙҙең мәҙәниәт йортонда «Бәлеш-фест» бренд сараһы үтте. Ауылыбыҙҙың бренды – картуф бәлеше. Сара бик матур ойошторолған ине. СӨЛӘЙМӘНОВА Элиза, Ейәнсура районы Башҡорт Үргене мәктәбе уҡыусыһы, йәш хәбәрсе.