Өфөнөң 161-се лицейының 8-се “Б” синыфынан ЯХИН Булат «Клевер» командаһы составында Рес...
Өфөнөң 161-се лицейының 8-се “Б” синыфынан ЯХИН Булат «Клевер» командаһы составында Республика йәш натуралистар слётында ҡатнашты. Слёт 27–30 сентябрҙә «Чайка» лагерында үтте. Унда республиканың иң әүҙем 70 йәш натуралисы ҡатнашты. Өс көн буйы барған эшмәкәрлек, ялан тикшеренеүҙәре, проект сессиялары артта ҡалды. Булат һоҡланғыс һөҙөмтәгә өлгәште! Булат Яхин ғилми-тикшеренеү практикумының еңеүсеһе булды. Ул биология, экология һәм географияла тәрән белемдәрен күрһәтте. Лицей үҙенең уҡыусыһы менән ғорурлана, уның уңыштарына һоҡлана һәм киләсәктә яңы бейеклектәрҙе буйһондороуын теләй. Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: 161-се лицей / ВК.