1 октябрҙән башлап балалар өсөн комендант сәғәте ҡышҡы теҙмәгә күсә. Хәҙер инде бәлиғ б...
1 октябрҙән башлап балалар өсөн комендант сәғәте ҡышҡы теҙмәгә күсә. Хәҙер инде бәлиғ булмағандарға 22 сәғәттән иртәнге 6-ға тиклем урамда үҙҙәренә генә йөрөү тыйыла. Йәй көнө комендант сәғәте 23 сәғәттә башлана ине. Стадиондар, майҙандар, балалар һәм спорт майҙансыҡтары, пляждар, скверҙар, парктар, йорт ихаталары, йорт подъездары, йәмәғәт транспорты, вокзалдар, йылға порттары, аэропорттар, интернет-кафелар – 22 сәғәттән һуң балаларға бер ерҙә лә өлкәндәрһеҙ йөрөргә ярамай. Яңғыҙы йөрөп ятҡан бала полицияға эләкһә, уның ата-әсәһе йә бағыусыһы административ яуаплылыҡҡа тарттырыла. Административ протокол бәлиғ булмағандар эштәре буйынса комиссияға ебәрелә. Фото: Magnific. 🔷“Аманат” – MAКС-та max.ru/amanatrb