Бөгөн – Оло кешеләр көнө
Бөгөн – Оло кешеләр көнө ҒҮМЕР КӨҘӨ Моңһоуланма, өләсәй, Етте, тип, ғүмер көҙө. Күҙҙәрендә – шатлыҡ йәше, Яғымлы, нурлы йөҙө. Яҙмыш еле иҫә-иҫә Һыҙған маңлай һырҙарын. Сәстәренә әкрен генә Яуҙырған аҡ ҡарҙарын. Маңлайҙағы йыйырсыҡтар Монһоулатҡан күҙҙәрен. Һәр саҡ тыңлап, аңлап үҫәм Өләсәйем һүҙҙәрен. Тормош йәмен тойоп йәшәй, Сәскә атҡан гөлдәре. Йөрәктәрҙән сәләм бирә Иҫкән таңғы елдәре. Бәхетлемен, ти өләсәй, Булһағыҙ яндарымда. Ҡояш кеүек балҡып тороң Ғүмерем таңдарында. Рушана ҒИЛМАНОВА, Тимер Йосопов исемендәге республика лицей-интернатының 9-сы "Б" синыфы уҡыусыһы. Автор фотоһы. 🔷“Аманат” – MAКС-та max.ru/amanatrb