Башҡортостан Башлығы академияһы Өфөнөң өс мәктәбе менән хеҙмәттәшлек итәсәк, тип яҙа “Р...
Башҡортостан Башлығы академияһы Өфөнөң өс мәктәбе менән хеҙмәттәшлек итәсәк, тип яҙа “Республика Башкортостан” баҫмаһы. Был мәктәптәрҙә БР Башлығы академияһы предуниверсарийы сиктәрендә дәүләт хеҙмәте профилендәге синыфтар асыласаҡ. Килешеүҙәргә ҡул ҡуйғандар: 🔺М. Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейы, 🔺88-се урта мәктәп, 🔺Р. Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернаты. Предуниверсарий уҡыусыларға юғары уҡыу йортона ингәнсе үк идарасы һөнәрен өйрәнеү, етәксе булып ҡарау, дәүләт һәм муниципаль эштең оҡшау-оҡшамауын аңлау мөмкинлеген бирәсәк. Уҡыусыларға Академияның студенттары беркетеләсәк, улар остаз булараҡ үҙ белемдәрен һәм тәжрибәһен балалар менән уртаҡлашасаҡ. “Ике йыл буйы балаларҙы ҡәҙимге дәрестәр түгел, ә практикаға тартым программа көтә: эш уйындары, тренингтар, оҫталыҡ дәрестәре, интеллектуаль викториналар, идара итеү оҫталығында ярыштар, дебаттар, лидерлыҡ һәм команда төҙөү, публикала телмәр тотоу, һөйләшеүҙәр алып барыу һәм тайм-менеджинг дәрестәре. Уҡыусылар дәүләт һәм муниципаль идаралыҡ, хоҡуҡ, иҡтисад, политология, ойоштороу психологияһы һәм цифрлы иҡтисад нигеҙҙәрен өйрәнәсәк. Шулай уҡ дәүләт һәм муниципаль власта осрашыуҙар ойошторорға планлаштырабыҙ”, – тигән БР Башлығы академияһы ректоры вазифаһын башҡарыусы Азат Бадранов. Фото: Башҡортостан Дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының матбуғат хеҙмәте. Тулыраҡ – сайтыбыҙҙа: https://amanat.su/news/novosti/2026-09-14/f-n-s-m-kt-bend-u-yusylar-d-l-tk-idara-iterg-yr-n-s-k-4812241