Уҡыусыларға, уларҙың ата-әсәләренә, уҡытыусыларға психологик ярҙам күрһәтә торған “Ышан...
Уҡыусыларға, уларҙың ата-әсәләренә, уҡытыусыларға психологик ярҙам күрһәтә торған “Ышаныс мәктәбе” эшләй башланы. 8-800-707-02-01 түләүһеҙ телефонына тәүлек әйләнәһенә шылтыратып, үҙеңде борсоған һорауҙарҙы бирергә, серҙәреңде, зарҙарыңды һөйләргә була. Белгестәрҙең кәңәше, моғайын, күптәргә ярҙам итер. 🔸Мәктәпкә өйрәнеү ҡыйынлыҡтары, 🔸дошмансыл мөнәсәбәткә юлығыу, 🔸өлгәш һәм алған билдәләрең өсөн борсолоу, 🔸дәрескә йөрөгө килмәү, уҡығы килмәү, 🔸тиҫтерҙәрең һәм өлкәндәр менән боҙолошоу-ыҙғышыу, 🔸ата-әсәңдең мәктәп менән араһын боҙоуы, 🔸дуҫтарың юҡлығы, 🔸яуапһыҙ мөхәббәт һәм башҡа бик күп һорауҙар менән шылтыратырға мөмкин. Был телефонға шылтыратыуың тураһында бер кемгә лә хәбәр ителмәй, аралашыу йәшерен бара. Шылтыратырға уңайһыҙланһаң, “Ышаныс мәктәбе” сайтында хәбәреңде яҙып ебәрергә була: https://mgppu.ru/about/hotline Фото: Башинформ архивы. https://amanat.su/news/novosti/2026-09-14/u-yusylar-s-n-yshanys-m-kt-be-eshl-y-4811586 🔷“Аманат” – MAКС-та max.ru/amanatrb