Өфөлә балалар өсөн ике мәҙәни-ағартыу үҙәге асылған.
Өфөлә балалар өсөн ике мәҙәни-ағартыу үҙәге асылған. 🔺Береһе – Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге балалар китапханаһында. Ул “Аҡыллы старт” тип атала. Унда килгән балалар “Мәғәнәләр биләмәһе”ндә, “Включайся!” медиаүҙәгендә, “Тикшер! Уйна! Уҡы” ҡыҙыҡлы фәндәр лабораторияһында, “Библиоська” таланттарҙы үҫтереү мәктәбендә шөғөлләнә ала. 🔺Икенсе үҙәкте Өфө балалар филармонияһында асҡандар. Унда тематик зоналарға Башҡортостандың билдәле шәхестәренең исемдәре бирелгән: ▫️“Заһир Исмәғилев инструменталь коворкингы”нда балалар музыка менән шөғөлләнә; ▫️“Фидан Ғафаров” вокал коворкингында – йырлайҙар; ▫️“Вилдан Ғәлин” медиалабораторияһында – видео, фото, яңы медиалар менән эшләйҙәр; ▫️“Юрий Шатунов” тауыш лабораторияһында – тауыш яҙҙырыу студияһы эшләй; ▫️“Инна Чурикова” ваҡиғалар оҫтаханаһында – төрлө саралар, оҫталыҡ дәрестәре, осрашыуҙар үтә; ▫️“Сергей Аксаков” әҙәби ҡунаҡханаһы – китап уҡыу, әҙәби осрашыуҙар биләмәһе; ▫️“Детствотека” – иң бәләкәстәр урыны. Үҙәктәрҙе асҡанда Өфө мэры вазифаһын башҡарыусы Рөстәм Шәрипов балаларҙы ҡыҙыҡһындырыуҙың мөһимлеген, “Ғаилә” милли проекты ярҙамында балалар ҙур теләк менән йөрөй торған урындар барлыҡҡа килеүен билдәләне. Фото: Өфө ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте / Башинформ.