Өфөлә Йәштәрҙең мәшғүллек үҙәгендә үҫмерҙәргә эш табырға ярҙам итәләр, консультациялар ...
Өфөлә Йәштәрҙең мәшғүллек үҙәгендә үҫмерҙәргә эш табырға ярҙам итәләр, консультациялар үткәрәләр, юридик ярҙам күрһәтәләр. ▪️Быйыл үҙәк аша 15,5 мең йәш кеше эшкә урынлашҡан! ▪️2500 үҫмер йәйге каникулға эш һорап килгән. ▪️700 бала бөтә йәйҙе хеҙмәттә үткәргән. ▪️Ҡалғандары 2–3 аҙна йә бер ай тирәһе эшкә йөрөгән. ▫️Әйткәндәй, әле лә һайларлыҡ тәҡдимдәр байтаҡ: үҙәктең базаһында 128 эш биреүсе һәм 500-ләгән вакансия теркәлгән. Фото: Валерий Шахов / Башинформ архивы. Тулыраҡ – сайтта: https://amanat.su/news/novosti/2026-09-10/f-l-y-y-e-700-mer-eshl-p-tk-rg-n-4808350