Бөгөн, 9 сентябрҙә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 8 балалар мәҙәни-ағартыу үҙәген ...
Бөгөн, 9 сентябрҙә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 8 балалар мәҙәни-ағартыу үҙәген эшләтеп ебәреүгә старт бирҙе. Улар Өфө, Октябрьский, Сибай ҡалалары, Мишкә, Ишембай, Өфө райондарының китапханаларында һәм мәҙәни-ял учреждениеларында, шулай уҡ Ә. Вәлиди исемендәге Милли китапханала асылды. 🔺“Ғаилә” милли проекты сиктәрендә асылған үҙәктәргә музыка ҡоралдары, мебель, аппаратура, уйындар, кәрәкле ҡорамалдар, тәжрибәләр өсөн йыйылмалар һатып алынған. 🔺Үҙәктәрҙә балалар ижади проекттар менән шөғөлләнә аласаҡ, бергәләп арт-объекттар эшләйәсәк, уйындар аша бер-береһе менән аралашасаҡ. Патриотик тәрбиәгә, экологик ағартыуға, балаларҙың ижади һәләттәрен һәм цифрлы грамотаһын үҫтереүгә айырым иғтибар биреләсәк. 🔺Башҡортостан Башлығы социаль селтәрҙәрҙәге посында илдең Мәҙәниәт министрлығына беҙҙең төбәккә ҙур иғтибары өсөн рәхмәт әйткән. Фото: Радий Хәбиров / МАКС. https://amanat.su/news/novosti/2026-09-09/bash-ortostanda-balalar-s-n-m-ni-a-artyu-kt-re-asyla-4807707