Башҡорт баһадиры (стронгмен) Денис Ваһапов 400 килолы дөйәне күтәргән.
Башҡорт баһадиры (стронгмен) Денис Ваһапов 400 килолы дөйәне күтәргән. Ҡырғыҙстанда үткән VI Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындарында башҡорт спортсылары ла ҡатнашты. 10 илдән 19 бәһлеүән дөйә һынлы 400 килограмлыҡ металл конструкцияны күтәреүҙә ярышҡан. Беҙҙең Денистың сығышы көмөш миҙаллыҡ булған. Афарин! Беренсе урында – иранлы Саджад Солтанинежад, өсөнсө – Ҡаҙағстандан Вадим Макарстов. Рәсәй йыйылмаһына башҡорт көрәшселәре Артур Зөлҡәрнәев менән Денис Ускомбаев, “алыш” билбаулы көрәшендә бронза яулап, ике миҙал килтергәйне. Фото: БР Спорт министрлығы видеоһынан стоп-кадр.