Даян МӘЖИТОВ, “Бәрәкәт” журналы нәшерсеһе һәм баш мөхәррире улы менән 1 сентябрҙә:
Даян МӘЖИТОВ, “Бәрәкәт” журналы нәшерсеһе һәм баш мөхәррире улы менән 1 сентябрҙә: Тағы бейек артылышҡа килеп еттең, Һис кенә лә еңелдәрҙән булмаҫ юлың, Тик онотма ололоғон маҡсатыңдың, Бер нәмәгә ҡарамайса уҡы, улым. Ваҡ-төйәккә арнар ниғмәт түгел ғүмер, Һәр миҙгеле һынау булып килә уның. Нәҡ шуға ла, йәш сағыңды ҡәҙер итеп, Аҡыл тупла, һөнәр өйрән, уҡы, улым. Был тормошта уңырһың һин ғилем менән Һәм эшһөйәр, оҫта булһа әгәр ҡулың. Тәүәккәлләп, иманыңа ныҡ таянып, Артабан да тырыш ҡына уҡы, улым. Фото: Даян Мәжитов / ВК. 🔷“Аманат” – MAКС-та max.ru/amanatrb