💐Фатима Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһында – яңы директор!
💐Фатима Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһында – яңы директор! Мәктәпкә Шайморат Тимербулатовты етәксе итеп ҡуйғандар. Быға тиклем ул Дим районындағы 102-се башҡорт гимназияһы директоры булды. Шайморат Азамат улы социаль селтәрҙәрҙә яңы урында яңы уҡыу йылының беренсе көнө тәьҫораттары менән уртаҡлашҡан: “Өфөләге беренсе башҡорт мәктәбендә байрам бик күңелле, матур, тыныс үтте. Беренсе класҡа 75 уҡыусы уҡырға килде. Барлығы мәктәптә 800 бала уҡый. Башҡалала йәшәгән рухлы ата - әсәләр балаларын был мәктәпкә килтерә. Гимназия Өфө үҙәгендә урынлашҡан. Бер сменалы мәктәп. Башланғыс класс уҡыусыларына төштән һуң ҡалып бушлай дәрес әҙерләргә, төрлө түңәрәктәргә йөрөргә мөмкинлек бар. Өлкән класс уҡыусылары өсөн дәрестән тыш өҫтәлмә дәрестәр һәм түңәрәктәр эшләй. Иң мөһиме, был мәктәпте тамамлаған уҡыусылар яҡшы белемле , өлгөлө тәртипле, рухлы булып сыға. Егерменселәр "Тамыр" балалар студияһында, телевидениела , башҡортса ойошторолған барлыҡ сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Милли кадрҙар әҙерләүсе данлыҡлы уҡыу йортона яңы уҡыусыларҙың килергә теләге булһа, мәктәп ишеге һәр ваҡыт асыҡ”. – Шайморат ТИМЕРБУЛАТОВ. Фото: Шайморат Тимербулатов / ВК. 🔷“Аманат” – MAКС-та max.ru/amanatrb