ЫРЫМБУР ҠАЛАҺЫНДА УРЫНЛАШҠАН КАРУАНҺАРАЙҒА – 180 ЙЫЛ
ЫРЫМБУР ҠАЛАҺЫНДА УРЫНЛАШҠАН КАРУАНҺАРАЙҒА – 180 ЙЫЛ 🔺Башҡорт халҡының ҡәҙерле мәҙәни мираҫы булған был комплекс 1838 йылдың йәйендә хәрби губернатор В.А. Перовский тәҡдиме менән төҙөлә башлай. Архитектор А.П. Брюлловтың проекты ҡулланыла, тышҡы күренешенә башҡорт тирмәһе рәүеше бирелә. 🔺1846 йылдың 30 авгусында (яңы стиль менән 11 сентябрҙә) Каруанһарайҙы асыу тантанаһы була. 🔺Тарихи архитектура ҡомартҡыһы башҡорт халҡының яҙмышы менән ныҡлы бәйләнгән. Уны башҡорттар үҙҙәренең ирекле иғәнәләренә һалған. Бында Ырымбурға үҙ эш-йомоштары менән килгән башҡорттарға туҡталыу өсөн ҡунаҡхана булған. Башҡорттар өсөн оҫтахана һәм мәктәп асылған. Мәсете бар. 🔺1994 йылдың 25 майында Рәсәй һәм Башҡортостан хөкүмәттәре араһында төҙөлгән килешеү менән Ырымбур өлкәһендәге Каруанһарай комплексы Башҡортостандың дәүләт милке итеп раҫлана. Фото: БР Архив эштәре буйынса идаралыҡтың матбуғат хеҙмәте / Башинформ. 🔷“Аманат” – MAКС-та max.ru/amanatrb