1-се синыф уҡыусыһы ҒӘЛИМОВА Вилена көҙгө каникулын тыуған ауылында уҙғара.
1-се синыф уҡыусыһы ҒӘЛИМОВА Вилена көҙгө каникулын тыуған ауылында уҙғара. Вилена Ауырғазы районының Төрөмбәт ауылында тыуған. Ә 1-се синыфҡа ул район үҙәге Талбазылағы Рәшит Назаров исемендәге башҡорт гимназияһынакилгән. Шулай итеп, әлеге ваҡытта Виленаның 1-се синыфтағы беренсе каникулы бара. Вилена ауылда күп итеп фотоға төшкән, фотоларын беҙҙең редакцияға ла ебәргән. Афарин, Вилена! Һәйбәт ял ит, уйна, көл, эшкә өйрән. Китап уҡырға ла онотма. 🔷“Аманат” – MAКС-та max.ru/amanatrb