БӨГӨН – ӨЛӘСӘЙҘӘР ҺӘМ ОЛАТАЙҘАР КӨНӨ! 💐
БӨГӨН – ӨЛӘСӘЙҘӘР ҺӘМ ОЛАТАЙҘАР КӨНӨ! 💐 Өләсәй-олатайҙар көнөн билдәләй башлау тарихтарының береһе былай: 2009 йылда Нидерландтың Bloemen Bureau Holland тигән сәскә компанияһы өләсәй-олатайҙарға гөл бүләк итергә тәҡдим итә. Һауыттағы гөлдәр быуындар алмашыныуын кәүҙәләндерә , тамырҙары – өлкән быуын, яңы үрсеп сығып килгән үҫентеләр – ейән-ейәнсәрҙәр, тип аңлатҡандар. Өләсәй-олатайҙар өсөн иң ҡәҙерлеһе кем, беләһегеҙме? Ейән-ейәнсәрҙәре! 🪴Өләсәй-олатайҙарығыҙҙың хәлен белешеп тороғоҙ, һөйләшегеҙ, уларҙан элеккеләр тураһында һорашығыҙ. Тамырҙарығыҙҙың тарихын тик улар белә. Байрам менән, ҡәҙерле өләсәйҙәр, хөрмәтле олатайҙар! Үҫеп килгән бәләкәстәрегеҙҙең туйҙарын күрергә, бүлә-бүләсәрҙәрегеҙҙе һөйөргә насип булһын ❤️🍀🌺 📷 Быйыл #күҙ_менән_ҡаш_араһы конкурсына килгән фотоларҙа – өләсәй-олатайҙар менән ейән-ейәнсәрҙәр. 🔷“Аманат” – MAКС-та max.ru/amanatrb