95 банка тушенка әҙер!
95 банка тушенка әҙер! Хәйбулла районының Федоровка халҡы яугирҙарға ярҙам итеү маҡсатында йәнә ауыл клубына йыйылды. Ауыл уңғандары дәррәү эшкә тотоноп, 95 банка быҡтырылыған ит әҙерләгән. Был изге эште башҡарыу өсөн крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы Владимир Сидельников ит менән тәьмин итеп, ҙур ярҙам күрһәткән. Афарин, федоровкалар! Бергәләп беҙ көслөбөҙ һәм бар ауырлыҡтарҙы еңәсәкбеҙ!