🏅Әхмәр ауылында яңы обелиск асылды
🏅Әхмәр ауылында яңы обелиск асылды Бөгөн Баймаҡ районының Әхмәр ауылы өсөн тарихи көн. Икенсе донъя һуғышының утлы юлдарын үткән, яу яландарында ятып ҡалған яугирҙәребеҙгә һәм Тыуған илебеҙгә еңеү менән ҡайтҡан ҡаһарман атай-олатайҙарыбыҙға арнап яңы обелиск ҡалҡып сыҡты. Был изге эштең башында тороусылар — ауылдаштары, илһөйәр ир-егеттәр Фәнис Кәримов һәм Азамат Мәтинов. Тап уларҙың ныҡышмалылығы, фиҙаҡәрлеге һәм эскерһеҙ тырышлығы менән был һәйкәл ҡалҡып сыҡҡан. Обелискыны асыу хөрмәте лә юҡҡа ғына уларға бирелмәне. Был — уларҙың халыҡты туплай алыуын, ауырлыҡтарҙы еңеп сығыу һәләтен таныу билдәһе. Фәнис Кәримов һәм Азамат Мәтинов кеүек ил азаматтары булғанда, ауылдарҙың киләсәге лә ышаныслы ҡулдарҙа. «Берҙәмлектә — көс!» тигән халыҡ әйтеме был көндә ысынбарлыҡҡа әйләнде. Әхмәрҙәр ҙур бер ғаилә булып эшкә тотонған: кемдер изге ниәтте тормошҡа ашырыу өсөн матди ярҙамын йәлләмәй, кемдер ҡул көсө менән ярҙам итә, кемдер төҙөлөштә шәхсән ҡатнаша. Иҫтәлекле урынды булдырыуға халыҡ 300 мең һумға яҡын аҡса йыя һәм ҡыҫҡа ваҡыт эсендә һәйкәлде яңыртып та ҡуя. Тантаналы сарала Моҡас ауыл биләмәһе башлығы Гөлназ Хажина обелиск төҙөүҙә әүҙем ҡатнашҡан ир-егеттәребеҙгә рәхмәт хаттары тапшырҙы. Был исемлектә — ауылдың йәш көстәре һәм тәжрибәле ир-уҙамандары: * Илһам, Мансур, Марсель Таһировтар; * Рамаҙан Байтимиров; * Иҙел Маннанов; * Динар Атанғолов; * Илнур Иҫәнгилдин; * Даян, Ринат, Ришат Әбдисовтар; * Радик Ғибәҙуллин; * Фәнил Өмөтбаев бар. Был исемлек — Әхмәр ауылының рухи көсө, уның терәге. Һеҙҙең хеҙмәтегеҙ — берҙәмлек һәм үҙ-ара ярҙамдың сағыу өлгөһө. Һуғыш яланында ятып ҡалғандарҙы һәм һуғыштан һуң яҡты донъянан киткәндәрҙе бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алып, уларҙың яҡты рухына аят бағышланды. Тантананан һуң ауылдаштар йыйылып, ҡорбан ашы үткәрҙе. Ҡылған доғаларыбы, изге теләктәре яуҙа башын һалғандарҙың рухына тыныслыҡ бирһен, иҫән-һау ҡайтҡандарҙың йәнен йылытһын. Обелиск — ул ябай таш ҡына түгел. Ул — быуаттар аша һуҙылған хәтерҙең тере сылбыры. Ул — беҙҙең ғорурлыҡ, киләсәк быуынға ҡалдырылған васыят. Был һәйкәл, ҡояш нурҙарында балҡып, Әхмәр ауылының данлы тарихын, халҡыбыҙҙың батырлығын, рух ныҡлығын һәм берҙәмлеген киләсәк быуындарға еткереп торһон. Был изге эштә ҡатнашҡан, үҙ өлөшөн индергән һәр кемгә — олоһона ла, кесеһенә лә — әхмәрҙәр ихлас рәхмәт белдерҙе. . Еңеү килтергән яугирҙәребеҙҙең даны мәңгелек! Улар беҙҙең хәтерҙә, йөрәктәрҙә!