ТӨНГӨ ДОҒА
ТӨНГӨ ДОҒА Әлхәмдү лилләһи Раббил-ғаләмин, әс-саләтү үәс-сәләмү ғәлә рәсүлиһи Мөхәммәдин үә ғәлә әлиһи үә әсхабиһи әжмәғин. Эй, Раббым Аллаһ... Миңә насип булған ғүмерҙең тағы бер көнө үтеп китте. Был көндөң имен-аман, хәүеф-хәтәрһеҙ, бәлә-ҡазаһыҙ үтеп китеүе өсөн Һиңә ихлас күңелдән шөкөр итәм, рәхмәттәремде белдерәм... Эй, Раббым... Был төнгә лә тик Һиңә генә тәүәккәлләп, Һинең ризалығыңды алырға теләп, Һинең генә рәхим-шәфҡәтеңә өмөт итеп инәм! Эй, Раббым Аллаһ, был төндө лә иҫән-һау, имен-аман, хәүеф-хәтәрһеҙ үткәрергә насип ит! Үткән көн дауамында Һинең ризалығыңды өмөт итеп ҡылған изге һәм игелекле ғәмәлдәремде, барлыҡ ғибәҙәттәремде ҡабул ит, ғәзиз Раббым Аллаһ! Ғәмәл-ғибәҙәттәремдә хаталар һәм кәмселектәр булһа, уларҙы төҙәтергә ярҙам ит... Белеп йәки белмәй ҡылған гонаһтарымды ғәфү ит. Ул гонаһтарым өсөн был донъяла ла, әхирәт көнөндә лә ҡаты яза бирмә, хурлыҡҡа ҡалдырма, дәрәжәмде төшөрмә... Эй, Раббым Аллаһ... Йәннәт сауабына ирешерлек изге ғәмәлдәр ҡылырға мөмкинлек бир. Уҡыған намаҙҙарымды, тотҡан ураҙаларымды, биргән саҙаҡаларымды һәм башҡа ғибәҙәттәремде ҡабул ит. Үҙемә һәм яҡындарыма ныҡлы иман, айыҡ аҡыл, зирәк зиһен, һаулыҡ һәм именлек бир. Ғәжизлектән, көсһөҙлөктән һәм ялҡаулыҡтан һаҡла! Эй, Раббым Аллаһ... Барыбыҙҙы ла фетнәләрҙән, золомдан, кешеләрҙе рәнйетеүҙән, сихырҙан, ауырыуҙарҙан, бәлә-ҡазаларҙан, күтәрә алмаҫлыҡ һынауҙарҙан һәм шайтан ҡотҡоһонан һаҡла. Ил-көнөбөҙгә тыныслыҡ, етәкселәребеҙгә тәүфиҡ бир. Был донъяның хәләл рәхәтен, малыбыҙҙың бәрәкәтен һәм әхирәт бәхетен күрергә насип ит... Был донъянан киткәндә һуңғы һүҙҙәребеҙ «Әшһәдү әлләә иләәһә илләллаһү үә әшһәдү әннә Мөхәммәдән ғәбдүһү үә рәсүлүһ» кәлимәһе булып, Һинең ҡаршыңа ысын мөьмин-мосолман булып ҡайтырға насип ит. Эй, Раббым Аллаһ... Ошо тыныс төндә ҡылған доғаларыма яуап биреп, теләгән теләктәремдең тормошҡа ашыуын насип ит! Ҡалған ғүмеремде мөьмин-мосолман булып йәшәп, Һинең ҡаршыңа ла мөьмин-мосолман булып килеп баҫырға насип ит. Әхирәттә пак һәм изге урының булған Йәннәтеңә хисапһыҙ инеү бәхетен бир! Ҡылған ғибәҙәттәремде ҡабул ит, гонаһтарымды ғәфү ит, ярҙамыңдан ташлама һәм һәр саҡ Үҙ рәхмәтеңдә булырға насип ит. Раббәнә әтинә фид-дүнйә хәсәнәтән үә фил-әхирәти хәсәнәтән үә ҡинә ғәҙәбән-нәр. Бирахмәтикә йә әрхәмәр-рахимин. Әмин... 🤲 vk.ru/utkarma_yasin