Тимергә бай аҙыҡтар – сәләмәтлек һәм көс-ҡеүәт сығанағы 🌿 — 17 июня 2026 г. в 09:14:50.355
Тимергә бай аҙыҡтар – сәләмәтлек һәм көс-ҡеүәт сығанағы 🌿 Тимер (Fe) – организмдың тулы ҡиммәтле эшмәкәрлеге өсөн иң мөһим микроэлементтарҙың береһе. Ул ҡан барлыҡҡа килтереүҙә ҡатнаша, күҙәнәктәрҙе кислород менән тәьмин итә, иммунитетты нығыта һәм дәрт-дарман өҫтәй. Тимер етешмәгәндә кеше тиҙ арый, хәлһеҙлек һәм иғтибар тарҡаулығы барлыҡҡа килә. 🐟 Диңгеҙ ризыҡтары – тимерҙең тәбиғи сығанағы Айырыуса моллюскалар, устрицалар, мидиялар һәм тунец балығы тимергә бай. Организм уларҙан был элементты еңел үҙләштерә. 📌 Тимер күп булған аҙыҡтар: 🔹 Һыйыр бауыры – 8 мг 🔹 Һыйыр бөйөрө – 7 мг 🔹 Устрица – 7 мг 🔹 Мидия – 6,7 мг 🔹 Ҡуян ите – 4,4 мг 🌾 Ярмалар һәм ҡуҙаҡлылар ҙа файҙалы Тимергә бай ризыҡтар иҫәбенә түбәндәгеләр инә: ✔️ Һоло ярмаһы ✔️ Ҡарабойҙай ✔️ Арпа ✔️ Бойҙай көрпәһе ✔️ Арыш ✔️ Борсаҡ ✔️ Нут ✔️ Фасоль ✔️ Яҫмыҡ (чечевица) 🥦 Йәшелсәләр һәм емештәр Тимер запасын тулыландырыу өсөн рационға түбәндәгеләрҙе лә индерергә кәрәк: ✔️ Шпинат ✔️ Брокколи ✔️ Төҫлө кәбеҫтә ✔️ Сөгөлдөр ✔️ Кукуруз ✔️ Хөрмә ✔️ Слива ✔️ Алма ✔️ Анар (гранат) 🥜 Сәтләүек һәм кипкән емештәр Тәмле лә, файҙалы ла ризыҡтар: ✔️ Көнбағыш орлоғо ✔️ Сәтләүектәр ✔️ Инжир ✔️ Ҡара емеш ✔️ Киптерелгән йөҙөм ✔️ Күрәгә 🍋 Файҙалы кәңәш! ✅Тимер организмға яҡшыраҡ һеңһен өсөн уны С витаминына бай аҙыҡтар менән бергә ҡулланығыҙ. ✅Лимон, ҡарағат, болгар боросо, әфлисун һәм башҡа еләк-емештәр тимерҙең үҙләштерелеүен арттыра.

