Ҡотлайбыҙ! — 16 июня 2026 г. в 11:06:42.510
Ҡотлайбыҙ! Баймаҡ районы Беренсе Этҡол урта мәктәбенең физкультура уҡытыусыһы,Ғәҙелбай ауылы егете Йортбәков Рәсих Рәсүл улы үҫеп килеүсе быуынды тәрбиәләүгә тос өлөш индергәне, оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәте өсөн "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы" тигән юғары исемгә лайыҡ булды! Рәсих Рәсүл улы тәрбиәләгән егеттәр әрме сафында ла, тормошта ла һынатмай, айыҡ һәм сәләмәт тормош алып бара.

