Баҡса еләге – йәйге дарыухана — 15 июня 2026 г. в 12:35:27.390
Баҡса еләге – йәйге дарыухана Еләкле мәл етте, дуҫтар! Баҡса еләгенең шифалы үҙенсәлектәре: - Аппетитты аса, аш һеңдереү системаһының эшен яҡшырта. - Матдәләр алмашыныуын тиҙләтә. - Авитаминоз, ҡан баҫымы ауырыуҙары, подагра һәм атеросклероздан һаҡлай. - Көнөнә 150-200 грамм еләк ашау организмда йод миҡдарын арттыра, ҡалҡан биҙе эшмәкәрлегенә ыңғай йоғонто яһай. - Составындағы салицил кислотаһы быуындар ауыртҡанда ярҙам итә. - Эсәк инфекцияларына ҡаршы тороусанлыҡты арттыра.

