Хәйерле булһын иртәләр, — 25 июня 2026 г. в 01:15:48.647
Хәйерле булһын иртәләр, Хәйерле атһын таңдар, Аллаҡайым, бир һаулыҡты, Зиһенле теүәл аңдар... Кеше көнлө итә күрмә, Ныҡлыҡ ташлап китмәһен, Балаҡайҙар имен булһын, Бәхет урап үтмәһен... Һәр иртәлә кешелеккә Именлектәр һорайыҡ, Иман, тәүфиҡтарҙан торған, Матур тормош ҡорайыҡ... Һуғыш уты тамамланһын, Илгә улдар ҡайтһындар, Аҡ күгәрсен осһон күктә, Таңдар имен атһындар! Рузидә Үтәшева - Кәримова.

