Изгелек бер ваҡытта ла юғалмай — 24 июня 2026 г. в 23:37:15.914
Изгелек бер ваҡытта ла юғалмай ✒️ Аллаһ Тәғәлә былай ти: ﴿إِنْ أَحْسَنْتُمْ أَحْسَنْتُمْ لِأَنْفُسِكُمْ﴾ «Әгәр берәй яҡшылыҡ ҡылһағыҙ, үҙегеҙҙең өсөн яҡшылыҡ ҡылған булаһығыҙ». (Исра сүрәһе, 7-се аят) ✅Саҙаҡа биргәндә, тәү ҡарашҡа ул мохтаж кешегә генә файҙа килтергән кеүек тойола. Әммә уның иң ҙур бәрәкәте һәм әжере, асылда, үҙегеҙгә ҡайта. ✅Йылы һәм ихлас һүҙегеҙ кемдеңдер күңелен күтәрә, йөрәгенә өмөт өҫтәй. Әммә шул һүҙҙәрҙең сауабы һеҙҙең ғәмәл дәфтәрегеҙгә яҙыла. ✅Әгәр берәүҙең күңеленә шатлыҡ индерһәгеҙ, ул шатлыҡ иң элек үҙ йөрәгегеҙҙе нурландыра, йәнегеҙҙе тынысландыра. ✅Кешеләргә ярҙам ҡулы һуҙғанда, һеҙ уларҙың тормошон ғына яҡшыртмайһығыҙ, үҙегеҙҙең рухи донъяғыҙҙы ла байытаһығыҙ. ✅Сөнки изгелектең сере шунда: ул бер ваҡытта ла юғалмай. Ул йә был донъяла бәрәкәт һәм рәхмәт булып әйләнеп ҡайта, йә ахирәттә оло сауап булып ҡаршы ала. ✅ Аллаһы Тәғәлә беҙҙе изгелеккә ынтылыусыларҙан, кешеләргә файҙа килтереүсе бәрәкәтле бәндәләренән итһен🤲🕋

