90 йәш – оло юбилей. — 24 июня 2026 г. в 12:06:06.360
90 йәш – оло юбилей. Оҙон ғүмҽрлҽ инәй-олатайҙар һәр ауылдың ғорурлығы, йәш быуын өсөн ҡаһарманлыҡ һәм сыҙамлылыҡ өлөһө. Өлкәндәрҽбҽҙҙҽң тормош юлы еңел генә бирҽлмәгән. Бөйөк Ватан һуғышы килтергән ауырлыҡтар, яҡындарын юғалтыу ҡайғыһы, аттай ҽгҽлҽп эшләү - былар барыһы ла ауылдаштарыбыҙ башынан үткән һынауҙар. Ошо көндәрҙә Аҡтау ауылынан һоҡланырлыҡ күркәм ағинәй Йәндәүләтова Мәзүнә Лоҡман ҡыҙы - 90 йәшлек юбилейын ҡаршы ала. Мәзүнә Лоҡман ҡыҙын тыуған көнө менән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Алдағы тормошоғоҙҙа ныҡлы һаулыҡ, һәр яңы көн бәхет, шатлыҡ ҡына килтерһен, ныҡлы сәләмәтлектә, йортоғоҙға йәм биреп, дуҫтар-туғандар ихтирамында, балаларығыҙҙың игелегендә, изгелегендә иҫән-имен, йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ. Быуындар бәйләнҽшҽн һаҡлай белгәне, ил алдындағы оло хеҙмәте өсөн Мәзүнә Лоҡман ҡыҙына оло рәхмәтлебеҙ. Шулай уҡ бөгөн Икенсе Этҡол ауылының оло ихтирамға лайыҡ хөрмәтле ағинәйе, һуғыш осоро балаһы Яҡупова Фәхерниса Вәли ҡыҙы 90 йәшлек оло юбилейын билдәләй. Уны олпат ғүмер байрамы уңайынан ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Уға йөрәк түренән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе еткереп, Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Азамат Сәфәрғәле улы Иҙрисовтың Рәхмәт хатын, бүләген ауыл биләмәһе хеҙмәткәре Гөлсөм Заһит ҡыҙы тапшырҙы. Ауыл хакимиәте, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, ағинәйҙәр исеменән бирелгән бүләктәрҙе лә юбилярыбыҙ оло рәхмәт менән ҡабул итте. Фәхерниса Вәли ҡыҙына алдағы көндәрендә ныҡлы һаулыҡ, күңел тыныслығы, иман байлығы, тик шатлыҡлы көндәр, балаларының һәм ейән - ейәнсәрҙәренең изгелеген күреп, ҡәҙер - хөрмәттә оҙон - оҙаҡ йылдар йәшәүен теләйбеҙ.

