Баймаҡ ҡалаһында шатлыҡлы ваҡиға булған: Елена Сергеевна һәм Иштуған Рафаил улы Мөхәмәт... — 23 июня 2026 г. в 11:14:37.058
Баймаҡ ҡалаһында шатлыҡлы ваҡиға булған: Елена Сергеевна һәм Иштуған Рафаил улы Мөхәмәтйәновтарҙың ғаиләһендә һигеҙенсе сабый донъяға килгән. Күп балалы ат-әсә ҡыҙҙарына Рианна тип исем биргән. Ҡыҙ 9 июндә Өфөлә тыуған, тип хәбәр иттеләр БР-ҙың Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитетынан. Ошо көндәрҙә Баймаҡ районы һәм Баймаҡ ҡалаһы буйынса ЗАГС бүлеге хеҙмәткәрҙәре бәхетле атайҙы ҡотлап, уға яңы тыуған сабыйҙың тәүге рәсми документын — тыуыу тураһында таныҡлығын тапшырған. Мөхәмәтйәновтар ғаиләһе — ҙур һәм татыу ғаиләнең матур өлгөһө. Башҡортостанда иғлан ителгән Ҙур һәм татыу ғаилә йылында уларҙың һигеҙенсе сабыйҙары айырыуса тәрән мәғәнәгә эйә, тип билдәләнеләр ведомствола.

