🌿Июлдә ниндәй дарыу үләндәре йыйырға? — 2 июля 2026 г. в 09:47:11.639
🌿Июлдә ниндәй дарыу үләндәре йыйырға? Һәр дарыу үләненең йыйыу ваҡыты бар. Тап ошо осорҙа улар файҙалы матдәләрҙе үҙенә туплай. Июль айында ошондай үләндәрҙе йыйырға кәрәк. ✅Аҡ сәскә (ромашка). Тынысландыра, ауыртыуҙы баҫа, тирҙе ҡыуҙыра,дезинфекциялай, тамаҡ ауыртҡандан ярҙам итә. ✅Һары мәтрүшкә. Һалҡын тейгәндән файҙалы, микробтарға ҡаршы көрәшә, күҙ күремен яҡшырта. ✅Алтынбаш (Золототысячник). Ауыртыуҙарҙы баҫа, ҡан китеүҙе туҡтата, эс кибеүҙән ҡотҡара. ✅Календула. Стоматит, гепатит, ангина, пародонтоз, холицистит, невроздан ярҙам итә. ✅Ҡурай еләге. Тән температураһын төшөрә, депрессия, невроз, йоҡоһоҙлоҡтан файҙалы. Токсикоздан ярҙам итә. Ҡан тамырҙарын нығыта, барлыҡ ағзаларҙы көйләй. Аппетитты аса, эсәктәрҙе таҙарта. ✅Әрем. Ҡаҡырыҡты,паразиттарҙы сығара, матдәләр алмашыныуын көйләй, майҙарҙы яндыра, ябығырға ярҙам итә. ✅ Һуҡыр кесерткән. Ҡан баҫымын төшөрә, ауыртыуҙы баҫа, тынысландыра, ҡан тамыры-йөрәк ауырыуҙарынан файҙалы. Нервы системаһын нығыта, эшсәнлекте арттыра. ✅Меңъяпраҡ. Ашҡаҙан-эсәк эшмәкәрлеген яҡшырта, үт ҡыуҙырыу ағзаларына файҙалы ✅Өс төрлө миләүшә. Шешеүҙәрҙе бөтөрә, ашҡаҙан-эсәк тракты ауырыуҙарын көйләй. ✅Ҡандала үләне. Һулыш юлдарына файҙалы, ауыртыуҙы баҫа, яраларҙы төҙәтә, йүткереү, бронхит, грипп ваҡытында ҡулланыла. ✅ Кесерткән. Витаминдарға бай. Ҡан китеүҙе туҡтата, гипо һәм авитаминозды, атеросклерозды дауалау һәм профилактика сараһы булараҡ ҡулланыла, гемоглобинды күтәрә, эритроциттарҙы арттыра. (Интернеттан алынды)

