💥Сибай егете халыҡ-ара олимпиадала еңеү яулап, Башҡортостанды, халҡын данланы!
💥Сибай егете халыҡ-ара олимпиадала еңеү яулап, Башҡортостанды, халҡын данланы! Сибай ҡалаһы гимназияһының 11-се класында уҡыған 17 йәшлек Йәнтилин Искәндәр VI Халыҡ-ара финанс хәүефһеҙлеге олимпиадаһында алтын миҙал яуланы! Лайыҡлы награда уға Красноярск ҡалаһында тапшырылды. Искәндәр — яңғыҙ зачётта иң яҡшыһы булыуҙан тыш, йыйылма командаһы составында ла еңеүгә өлгәшкән. Улар пенсионерҙарҙы һәм балаларҙы мутлашыусылар тоҙағына эләкмәҫкә өйрәткән ябай, шул уҡ ваҡытта кәрәкле тренажёр уйлап тапҡан. Финалда сәхнәгә Искәндәр награда алған мәлдә башҡорт бүреген кейеп, республика флагы менән сыҡты. Башҡорт егете шул рәүешле милләтен танытты. Рухлы яҡташыбыҙ илдең иң яҡшы юғары йорттарына имтиханһыҙ уҡырға инеү мөмкинлеге алды. Афарин!