Бөгөн ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө. Шул уңай менән Хәйбулла районы хакимиәтендә оҙ... — 8 июля 2026 г. в 16:07:16.560
Бөгөн ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө. Шул уңай менән Хәйбулла районы хакимиәтендә оҙаҡ йылдар бергә, ҡулға-ҡул тотоношоп татыу йәшәгән ғаилә парҙарын тәбрикләү тантанаһы үтте. Бәләкәй Апыҫланғол ауылынан тап шундай ғаилә булған Марат Ғөбәйҙулла улы һәм Зөлфиә Вәлитдин ҡыҙы Мусиндар район хакимиәте башлығы Илмир Мәжит улы Ҡотоевтан Рәхмәт хаты һәм иҫтәлекле бүләк алдылар. Афариндар! Биләмәнен барлыҡ ғаилә парҙарын ошо матур көн - Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө менән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Ныҡлы һаулыҡ, бергә- бергә оҙон ғүмер, аяҙ күк йөҙө, ғаилә именлеге теләйбеҙ.

