🌹Ҡибла барлау 🕋
🌹Ҡибла барлау 🕋 Аҙан ишетелмәй, саң да ҡаҡмай Торған бер болғансыҡ заманда, Тау ҡәҙәрле күстәнәстәр тейәп, Әсәй килгән ине Ҡаҙанға. Автобустан уны ҡаршы алдыҡ. Әйберҙәрен көскә күтәреп, Өйгә ҡайтып кергәнебеҙ иҫтә, Бик күп мәлдәр, хәлдәр иҫтә юҡ. Һөйләшкәндәр, ниҙер бешергәндәр... Хәтеремдә түгел бер(е)һе лә. Тик бер һүҙе йәнгә уйылып ҡалды, Һиҫкәндерә иҫкә төшкәндә. Өйгә ҡайтҡас, сәйҙәр эсеп алғас, Сыҡты ла ул тәһәрәтләнеп, “Ҡибла ҡайҙа? – тиеп һорап ҡуйҙы, − Беләһеңме ҡайҙа икәнен?” Мин аптырап ҡалдым. Белмәй инем Ҡайҙа мәшриҡ, ҡайҙа мәғериб... Бергә фекерләшеп, ҡарар ҡылдыҡ, “Ҡибла шул тарафта булыр...” – тип. Ҡибла мәсьәләһе хәл ителгәс, Оҙаҡ итеп намаҙ уҡыны. “Ҡибла ҡайҙалығын белмәгәс...” – тип, Үҙ алдына һөйләп ултырҙы. – “Һин бит ундай түгел инең, балам, Бына ышан инде йәштәргә... Ҡиблаңды ла белмәй, был донъяла Ниндәй маҡсат менән йәшәргә?..” Оят ине миңә. Ер тишегенә Керер булдым, әгәр ярылһа. Ярай ҙа ул әсәң иҫән саҡта, Тотҡан ҡиблаларың табылһа. Һиңә килдем, әсәй! Ҡәбереңә. Йөҙөмдө йүнәлттем ҡиблаға. Аллаһтан һиңә йәннәт түре, Үҙемә – ярлыҡау һорарға. Әсәкәйем! Рәнйеп ятма миңә! Тотҡан ҡиблам мәңге юғалтмам. Иманһыҙҙар, ҡиблаһыҙҙар менән Уртаҡ ғәмәл, уртаҡ юл сапмам! Кемдәр менән генә аралашһам, Йөрөһәм дә мин хәҙер ҡайҙа ла. Иң тәүҙә ҡибламды барлайым, Ҡәлбемде йүнәлтәм ҡиблаға. Күптән булған хәлдәр иҫкә төшөп, Ҡайнар тиргә баттым ҡабаттан... Ҡылмайбыҙмы икән ғәмәлдәрҙең Үкенерлектәрен аҙаҡтан?! Беҙ ҡибланы – шөкөр – таптыҡ та бит... Күңел тыныс түгел шуларға: Онотмайбыҙ микән балаларҙан “Ҡиблаң ҡайҙа?” – тиеп һорарға?!. (ШӘМСИӘ ЙЫҺАНГИРОВА, татарсанан Зөлфиә Ханнанова тәржемәһе)