Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ! Сибай гимназия-интернатының (РПМГИ №3) Тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре фәненән уҡытыусы-ойоштороусы Эдуард Ирек улы БИКТАШЕВ «Ватанды һаҡлау һәм хәүефһеҙлек нигеҙҙәренең иң яҡшы уҡытыусы-ойоштороусыһы» республика конкурсында еңеүсе тип танылды. Финал һынауҙары Өфөнөң М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ла үтте. Унда төбәктең һигеҙ иң көслө педагогы үҙәре, эш алымдары менән таныштырҙы, авторлыҡ программаларын яҡланы, асыҡ дәрестәр үткәрҙе, тест үтте, хәрби-ғәмәли күнекмәләр күрһәтте. 8 дәғүәсе араһында Эдуард Бикташев алдынғылыҡты бер кемгә лә бирмәне. Еңеүсегә лайыҡлы награданы Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы начальнигы урынбаҫары Алексей Головко тапшырҙы.