Бөгөн иң яҡты һәм йылы байрамдарҙың береһе — Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө билдәләнә. — 8 июля 2026 г. в 13:40:33.635
Бөгөн иң яҡты һәм йылы байрамдарҙың береһе — Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө билдәләнә. Ошо күркәм көндә Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисов күп балалы әсәләргә лайыҡлы дәүләт наградалары — «Әсәлек даны» миҙалдарын оло хөрмәт менән тапшырҙы. «Беҙ был наградалар артында йоҡоһоҙ төндәр, борсолоуҙар һәм ялһыҙ, отпускыһыҙ көндәлек ҙур хеҙмәт тороуын яҡшы аңлайбыҙ. Ә бөгөнгө заманда ҙур ғаилә үҫтереү һәм тәрбиәләү — ул ысын батырлыҡ. Хөрмәтле Рәзилә Сәғәҙей ҡыҙы, Эльвира Хөрмәт ҡыҙы, Ғәзимә Ришат ҡыҙы! Һеҙҙең изге хеҙмәтегеҙ, балаларға яуаплы һәм һиҙгер ҡарашығыҙ өсөн рәхмәт һеҙгә. Тап һеҙ уларҙы изгелекле, намыҫлы һәм эшһөйәр кешеләр булырға өйрәтәһегеҙ. Был беҙҙең бөйөк илебеҙ киләсәгенә индергән ҙур өлөш. Һәм бының өсөн мин һеҙгә бөгөн ихлас күңелдән рәхмәтемде белдерәм! Бар йөрәктән һеҙҙең ғаиләләргә ныҡлы һаулыҡ, оҙон бәхетле ғүмер һәм күңел тыныслығы теләйем. Һеҙҙең йорттарығыҙҙа һәр ваҡыт йылылыҡ, уңайлылыҡ һәм үҙ-ара аңлашып татыу йәшәү хакимлек итһен!» - тине башлыҡ, 5 һәм унан да күп бала үҫтергән ханымдарҙы ҡотлап.

