ОЙРОПА* — 18 июля 2026 г. в 07:32:35.466
ОЙРОПА* Ауыҙ һыуын ҡоя берәү Шавурма ла суши тип, Уйларһың да ошоғаса Аш күрмәгән кеше тип. Күмәс эсенә йөҙ ризыҡ Ҡат-ҡатлап һалып сыға. Көрәк менән төртөп тишкән Ауыҙ кәрәктер быға Ниңә кәрәк милли аҙыҡ - Уларҙы ят аш ота: Беҙ бит хәҙер әллә кемдәр, Беҙ бит хәҙер "ойропа". Гүзәл Ситдиҡова *Беҙ мәктәптә нимес телен өйрәндек. "Европа" һүҙен шулай әйтергә өйрәттеләр

